Башҡортостанда федераль трассаларҙы төҙөкләндереү күләме ике тапҡырға артҡан

Был маҡсатта 15 миллиард һум аҡса тотонолған. Район-ара юлдарҙы яңыртыуға яҡынса 5 миллиард һум бүленгән. Был турала республика башлығы рәйеслегендә үткән “Транспорт сәғәте” кәңәшмәһендә билдәләнде.

2021 йылда ремонттан һуң 125 километр федераль трасса сафҡа индерелә. 2024 йылға тиклем Татарстан сигенән Дүртөйлө ҡалаһына тиклем М-12 магистраленең яңы өлөшөн һуҙыу ҡарала.

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был тирәлә эште нефть үткәргес торбалар һәм башҡа коммуникацияларҙың күп булыуы ғына тотҡарлай.

Фото №1 - Башҡортостанда федераль трассаларҙы төҙөкләндереү күләме ике тапҡырға артҡан
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ