Быйыл Өфөлә Комсомол урамын төҙөкләндереү, Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге үткәүелде яңыртыуҙы тамамлау бурысы ҡуйыла.
Революция урамы менән Ибраһимов бульварында күләмле ремонт эштәре башҡарыла. 1 мең 600 километрға һуҙылған юл селтәрен хеҙмәтләндереүгә 500 берәмеккә яҡын техника йәлеп ителгән.
“Юбилей уңайынан Өфөнөң юл инфраструктураһын заман талаптары буйынса камиллаштырыу – төп маҡсат”, - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.




