Әле бөртөклө культуралар 5 мең ярым гектарҙан ашыу майҙанда сабылған. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 4 мең тоннаға яҡын уңыш алынған. Уртаса күрһәткестәр былтырғы менән сағыштырғанда түбәнерәк булһа ла, ҡайһы бер хужалыҡтар яҡшы һөҙөмтә күрһәтә.
Мәҫәлән, Саҡмағош хужалыҡтарында гектарынан 30 центнер уңыш алалар. Дүртөйлө, Миәкә, Өфө һәм Шишмә райондарында гектар ҡеүәте 20 центнерҙан ашыу.





