Был юлы республика шифаханаларына 86 юллама уйнатыла. Бының өсөн Сәләмәт Өфө сайтында теркәлергә кәрәк. Приздар өс этапта, «Вся Уфа» телеканалында тура эфирҙа 31 июль, 14-се һәм 28 августта уйнатыла.
Быға тиклем Өфөлә вакцина яһатҡандар араһында 1 бүлмәле фатир һәм ҡиммәтле бүләктәр уйнатылды.




