Өфөлә халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевҡа арналған Хәтер кисәһе үтәсәк

Баш ҡалала Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтә.

Фото №1 - Өфөлә халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевҡа арналған Хәтер кисәһе үтәсәк

Кисәлә «Хушығыҙ, хыялдарым», «Ул ҡайтты» спектаклдәренән өҙөктәр, билдәле артистар башҡарыуында шиғырҙар, шағирҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар, шул иҫәптән легендар актерҙар Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаров башҡарыуында күренекле Заһир һәм Ғәлиә дуэты башҡарыласаҡ, тип ҡыҫҡаса һөйләп үтте сара режиссеры Хөрмәтулла Үтәшев.

Сара 26 февралдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында була. Инеү бушлай. Ойоштороусылары – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Тәтешле районы хакимиәте.

Волна
Акции БСТ