Беҙҙең республикала Евразия климат консорциумы барлыҡҡа килде. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән ултырышта тейешле килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Документҡа ярашлы, республика карбон полигондарын булдырыу буйынса проектта ҡатнашыуға дәғүә итә. Консорциумға юғары уҡыу йорттары, фәнни учреждениелар һәм сәнәғәт ойошмалары инә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан да карбон полигондары булдырыу проектында ҡатнашырға тейеш.
Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы карбон полигондарын булдырыу буйынса 7 төбәкте һайлап алған. Әммә беҙҙең республика ла проектҡа ҡушылырға ниәтләй. Бындай полигондар ағыулы парҙар сығарыуҙы кәметеү маҡсатынан ҙур сәнәғәт үҙәктәре янында төҙөлә.






