Башҡортостанда күп ҡатлы йорттар подъездарын комплекслы ремонтлау программаһын бойомға ашырыу дауам итә.
Әле эштәр 148 подъезда алып барыла, 158-ендә тамамланған. Программа башланғандан алып 6 меңдән ашыу подъезд төҙөкләндерелгән. Баймаҡ һәм Бәләбәй райондары быйылға планды тулыһынса үтәп сыҡҡан. 2021 йылда 112 күп ҡатлы йортта 306 подъезды ремонтлау планлаштырылған.




