2020 йылдың 1 сентябренән граждандарға Күп функциялы үҙәктәр аша үҙҙәрен банкрот тип иғлан итеү мөмкинлеге бирелгәйне. Бөгөнгә 412 заявка алынған. 115 осраҡ буйынса эш бара.
Банкротлыҡ процедураһын башлау өсөн 50 мең һумдан 500 мең һумға тиклем бурысҡа батҡан һәм уны ҡаплар өсөн мөлкәте булмаған граждандар мөрәжәғәт итә ала.
Мәсьәлә ыңғай хәл ителһә, граждан 5 йыл дауамында кредит алыуҙан мәхрүм ителә, компаниялар һәм төрлө ойошмаларҙа вазифа биләй алмай.






