«Торатау» конгресс-холында асылған мобиль пункт тәүлегенә мең ярым кешене ҡабул итә ала. Өфөләрҙән тыш, башҡа район-ҡалаларҙа йәшәүселәр ҙә унда прививка яһатыу мөмкинлегенә эйә. Ҡулда паспорт, медицина полисы һәм СНИЛС булыуы ла етә.
Шул уҡ ваҡытта предприятиелар ҙа эш урынына мобиль бригадалар саҡыртып, коллектив иммунитет булдырыуға ҙур өлөш индерә. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
«Торатау» Конгресс-холы коронавирусҡа ҡаршы көрәштә алғы һыҙыҡҡа баҫты. 400 квадрат метр майҙанда халыҡты ҡабул итеү, процедуралар яһау, ял итеү урындары булдырылған. Сират юҡ кимәлдә. Граждандар менән бер сменала ун медицина бригадаһы эшләй. Аҙым һайын тиерлек ирекмәндәр, медицина колледжы студенттары һәр кемгә ярҙам итергә әҙер. Эльза менән Сәлимйән Вәкиловтар ҙа тәүгеләрҙән булып прививка яһатып, яңы үҙәк мөмкинлектәрен юғары баһаланы.
Вакцинация пункты ял көндәрһеҙ иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Табиптар ике сменаға бүленеп, халыҡты ҡабул итәсәк. Башта мөрәжәғәт итеүселәрҙең сәләмәтлеге тикшерелә, тән температураһы, ҡан баҫымы үлсәнә. Сир билдәләре булмаһа ғына, прививка яһатыу рөхсәт ителә. Бында көнөнә мең ярымға яҡын кеше иммунитетын нығыта ала.
Конгресс-холда асылған вакцинация үҙәге республика дауалау учреждениелары һәм башҡа мобиль пункттарҙы бушатырға ярҙам итәсәк. Өфө үҙәгендә урынлашҡанға күрә, бында халыҡ ағымы көслө булыр тип көтөлә.
Граждандарға Гам-ковид-вак препаратын ҡаҙайҙар. Тәүге компонентты башҡа мобиль пунктта яһатҡан осраҡта ла, икенсе доза артынан яңы асылған үҙәккә барырға мөмкин. Вакцинация сертификаты урында уҡ тапшырыла.
20 авгусҡа тиклем Конгресс-холлда вакцинация үтеүселәргә дәртләндереү сараһы ла ҡаралған. Һәр кемгә ошондай флаерҙар таратыла. «Сәләмәт Өфө» акцияһында ҡатнашырға мөмкин. Башҡортостан шифаханаларына 86 путевка уйнатыла. Бәхетле исемлек муниципаль телевидение аша өс этапта билдәле буласаҡ.
Әлегә республикала 430 меңдән ашыу кеше вакцинацияның ике этабын да үткән. Иң юғары күрһәткес Башҡортостан башлығы хакимиәтендә. Хеҙмәткәрҙәрҙең 85 проценты прививка яһатҡан. Эре предприятиелар, бизнес берләшмәләр ҙә коллектив иммунитет булдырыу өҫтөндә эшләй. Төбәктең энергия һатыу компанияһына ла медицина бригадаһы саҡыртылды. Иллеләп кеше хеҙмәт урынында Гам-ковид-вак препаратын ҡаҙатып, сәләмәтлеген нығытты.
Район-ҡалаларҙа компанияның 68 клиент офисы эшләй, дөйөм алғанда меңдән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә. Коронавирусҡа ҡаршы вакцинация темптарын арттырыу маҡсаты менән предприятиела дәртләндереү сараһы ла булдырылған.
Табиптар билдәләүенсә, вакцинациянан һуң хеҙмәткәрҙәргә бер көн ял биреү - дөрөҫ ҡарар. Сөнки тәүге сәғәттәрҙә организмда кире үҙгәрештәр күҙәтелеүе ихтимал. Әммә ҡурҡырға ярамай.
15 июлдән шулай уҡ баҡсасылар өсөн махсус мобиль төркөм эшләй башлай. Улар баш ҡала эргәһендәге баҡсасылыҡ ширҡәттәренең мөрәжәғәте буйынса прививка эшләргә сығырға әҙер буласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина




