Республикала Евразия климат консорциумы ойошторолдо. Ул Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығының тәжрибә проектында ҡатнашыу маҡсатында карбон полигоны эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә программалар әҙерләү менән шөғөлләнәсәк. Килешеүгә Башҡортостан хөкүмәте, белем биреү һәм фәнни ойошмалар, предприятиелар вәкилдәре ҡул ҡуйҙы.
Консорциумдың төп йүнәлеше берлектәге фәнни һәм белем биреү сараларын уҙғарыу, карбондан таҙартыу өлкәһендә ғилми тикшереүҙәргә булышлыҡ итеү, углерод балансын көйләү технологияларын үҙләштереү. Килешеү нигеҙендә программаны финанслауҙың юл картаһы билдәләнәгән.
Документ консорциумға башҡа ойошма һәм предприятиеларҙың ҡушылыуын да күҙаллай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, карбон полигондары Рәсәй Президенты указы нигеҙендә атмосфераға бүленеп сыҡҡан һөрөм газдары күләмен кәметеү маҡсатында ойошторола.
Рафиҡ Әхмәтшин






