Ҡаланың күп ҡатлы 9 йортонда 28 подъезд тулыһынса төҙөкләндерелде. Эштәр комплекслы ремонт программаһы нигеҙендә башҡарыла. Уларҙың сифаты менән БЮТ каналының хәбәрселәре лә ҡыҙыҡһынды.
Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев проспекты, Әлибаев, Тыныслыҡ, Юбилей урамдарындағы күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр бөгөн таҙа, төҙөкләндерелгән подъездарҙы күреп ҡыуана. Шулай уҡ, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йәшәүен иҫәпкә алып, улар өсөн дә уңайлыҡтар булдырыла.
Һәр кем үҙе йәшәгән ерҙең таҙа, төҙөк булыуын теләй. Был йәһәттән Тыныслыҡ урамының 17-се йортона етеүселәр юҡ. Людмила Савченко бында 51 йыл ғүмер итә. Ихатаның, йорттоң тәртиптә булыуы уның тырышлығы.
Әлибаев урамының 49-сы йортонда йәшәүселәр ҙә төҙөкләндереү эштәре менән ҡәнәғәт. Подъездарҙы ремонтлауҙан тыш йорт алдында “Башҡорт ихатаһы” программаһы буйынса ике спорт майҙансығы булдырылды.
Баймаҡ быйылғы йылда ҙур төҙөлөш майҙансығына әйләнде. Бында барлығы 5 программа буйынса эштәр әүҙем бара. Подъездар тулыһынса ремонтланып төбәк операторға тапшырылды. “Башҡорт ихатаһы” программаһы буйынса тағыла ике майҙансыҡ сентябрь айына сафҡа индереләсәк. Булдырылған уңайлыҡтарҙы, матурлыҡты тәртиптә тотоу халыҡтың төп бурысы.
Раушания Рәхимова




