Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә эш урындары

Өфөләге предприятиеларҙың береһендә дәүләт субсидияһы ярҙамында яңы эш урындары булдырылған.

Наталья Соколова эшләгән ойошманың республика буйынса 13 магазины бар. Быға тиклем уларҙың ваҡытында асылыуын һәм бикләнеүен күҙәтеүсе булмай. Һөҙөмтәлә предприятие финанс юғалтыуҙар кисерә. Мәшғүллек үҙәге аша субсидиялау программаһы ярҙамында эшкә урынлашыу мөмкинлеге тыуғас, ҡатын көсөн һынап ҡарарға була.

Экранға ҡарап бар магазиндарҙы күҙәтеп ултырам. Етешһеҙлектәр асыҡланһа, шунда уҡ етәкселеккә хәбәр итәм. Артабан нимә эшләргә икәнлген бергә асыҡлайбыҙ.

Наталья Соколова, күҙәтеүсе

Үлән төнәтмәләре һәм сәй етештереүсе компанияла һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән өс хеҙмәткәр эшләй. Киләсәктә фасовкалау, даталарҙы беркетеү кеүек эш өсөн тағы ла эш урындарын булдырыу ҡаралған. 21 йыл дарыу үләндәрен әҙерләү өлкәһендә эшләгән Леонид Наумов эш сәфәре барышында аварияға эләгә. Инвалид булып ҡалған ир хәҙер шылтыратыуҙарға яуап бирә, социаль селтәрҙәр аша консультация үткәрә.

Фото №1 - Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә эш урындары

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ