Мәктәп йәшендәге балаларға бер тапҡыр бирелә торған түләүгә ғаризалар 15 июлдән ҡабул ителә башлай

Ул 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге уҡыусыларға тәғәйенләнә. Шулай уҡ сәләмәтлеге буйынса сикләү булған 18 йәштән өлкән уҡыусылар ҙа был ярҙамға дәғүә итә. Бынан тыш, ниндәйҙер сәбәп менән быйыл мәктәпкә бармаған балаларға ла түләнә.

Пенсия фонды ғаризаларҙы иртәгәнән 1 ноябргә тиклем ҡабул итә. Мөрәжәғәтте дәүләт порталы аша йәшәгән урындан тороп ҡалдырырға мөмкин. Яңы уҡыу йылы алдынан 20 миллиондан ашыу балаға ошондай ярҙам күрһәтелә. Бының өсөн федераль бюджеттан 204 миллиард һум бүленә.

Фото №1 - Мәктәп йәшендәге балаларға бер тапҡыр бирелә торған түләүгә ғаризалар 15 июлдән ҡабул ителә башлай
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ