Баҫма 1911-1915 йылдарҙа Троицк ҡалаһында иҫке төрки телендә нәшер ителгән. Сатира һәм юморға таянып, ғәрәп графикаһында сығарылған журнал мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулла исемен йөрөткән.
Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары баҫманы хәҙерге башҡорт теленә тәржемә иткән. Аҡмулла журналының яңы баҫмаһы мәғрифәтсенең тыуыуына 190 йыл тулыуға арнала. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Быуаттан ашыу элек тә журнал нәшер итеүселәр сатира, юмор, шиғырҙар менән бер рәттән көнкүрештә ҡулланылған төрлө тауарҙарҙы рекламалаған. Тел һәм әҙәбиәт әһелдәре тарафынан әйтелгән һәр һүҙ ҡәҙерле һәм һиммәтле булған дәүерҙән үк баҫма матбуғат ул осорҙағы йәмғиәттең рухи-мәҙәни, ижтимағи-сәйәси үҫешен сағылдырған. «Аҡмулла» журналында башҡорт, татар, ҡаҙаҡ авторҙары, башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич шиғырҙары ташҡа баҫтырылған.
«Аҡмулла» сатира һәм юмор журналы ғәрәп графикаһында биш йыл дауамында айына ике тапҡыр нәшер ителгән. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғаилимдары һәм студенттары уны башҡортсаға тәржемәләгән.
Был эш студенттарға тел маһирлығын арттырыуҙы булышлыҡ итеүҙән тыш, ул дәүерҙә ҡулланылған ғәрәп һәм иҫке төрки һүҙҙәре йөкмәткеһен өйрәнеү мөмкинлеген дә бирә. Уҡыусылар ҙа журнал йөкмәткеһе менән башҡорт телендә тәржемәһен уҡып таныша ала.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Аҡмулла исеме мөһим урын алып тора. Мәғрифәтсе, аҡын һәм шағирҙың ижади мираҫы әҙәбиәт тарихында ҙур бер эпоханы сағылдыра. 14 декабрь -Аҡмулланың тыуған көнөндә бер-нисә йыл рәттән башҡорт теле көнө үткәрелеүе оло мәғәнәгә эйә.
Республикала милли матбуғат сараларын яҡлау һәм һаҡлау маҡсатында мөһим ҡарарҙар һәм ҡанундар ҡабул ителә.
Мәғрифәтсе-шағир исемен йөрөткән педагогия университеты ғалимдары һәм студенттары тәүгеләрҙән булып «Аҡмулла» журналының ике һанын башҡорт теленә тәржемә итә. Киләсәктә был эш тағы ла киңерәк башҡарыласаҡ тип күҙаллана.
Быйыл 14 декабрҙә республика башлығы Радий хәбиров указы менән төрки донъяһында билдәле мәғрифәтсе, аҡын һәм шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы юбилей саралары үткәреләсәк. «Аҡмулла» исеме менән аталған сатира һәм юмор журналының башҡортсаға тәржемә ителә башлауы был сараларға мәртәбә генә өҫтәй.
Гүзәл Борханова




