Шаран районында «Ата-бабалар ауазы» проектының презентацияһы үтте

Программа сиктәрендә тарихсылар һәм крайҙы өйрәнеүселәр күпләп башҡорттар йәшәгән райондарға сығасаҡ. Төньяҡ-көнбайыш диалектын танытыу, шәжәрәләр төҙөргә ярҙам итеү кеүек эштәр башҡарыласаҡ.

Осрашыу барышында ырыуҙар тарихын өйрәнеү мәсьәләһе күтәрелде. Шаран районында Ҡырғыҙ, Йылан, Тамъян ырыуы вәкилдәре йәшәй. Сара аҙағында республиканың төньяҡ-көнбайышында йәшәүсе башҡорттар кесе Ватан менән бәйле тарихи факттар менән танышты.

Фото №1 - Шаран районында «Ата-бабалар ауазы» проектының презентацияһы үтте

Әфлинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ