Әле 148 йорт алдында ремонт бара, 158 подъезд тәртипкә килтерелгән. Быйыл Өфө ҡалаһы, Баймаҡ һәм Бәләбәй райондарындағы 112 күп фатирлы йортта 306 подъезд төҙөкләндерелә. Баймаҡ һәм Бәләбәйҙә эш тамамланған.
Программа өсөн сығымдарҙың 90 проценты республика ҡаҙнаһынан, ҡалғаны хакимиәт бюджетынан бүленә. Йортта йәшәүселәр ремонт барышын контролдә тота. Подрядсы ойошма башҡарылған эштәргә 5 йылға гарантия бирә.




