Фатир һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа әүҙемлек күрһәтә. Белгестәр әйтеүенсә, ҡала ситендә урынлашҡан биләмәләрҙәге шәхси йорттарға ла ихтыяж ҙур. Риелтор Гөлгөнә Ғайсина аңлатма бирә.
Өфөлә икенсел торлаҡ баҙарында бер бүлмәле фатирҙың квадрат метры уртаса 80 мең һумға баһалана. Күп бүлмәлеләрҙең бер квадрат метры 75-80 мең һум тора.




