Дәүләт Думаһына һайлауҙарға сәйәси партияларҙан кандидаттар күрһәтеү тамамланды

Хәҙер кандидаттар документтарын округ һайлау комиссияларына тапшырырға тейеш. Башҡортостандан бер мандатлы округ буйынса 60-тан ашыу кеше күрһәтелгән. Һайлауҙарҙа 12 сәйәси фирҡә ҡатнаша.

Тауыш биреүҙең асыҡлығын тәьмин итеү өсөн һайлау үткән 1 мең 384 бинаға күҙәтеү камералары, һайлау бюллетендарын эшкәртеүсе 230 комплекс (КОИБ-тар) урынлаштырыла.

Башҡортостан йәмәғәт палатаһы базаһында һайлау барышын күҙәтеү буйынса Йәмәғәт үҙәге ойошторолдо. Унда 6 мең 800-ән ашыу күҙәтеүсе әҙерлек үткән.

Фото №1 - Дәүләт Думаһына һайлауҙарға сәйәси партияларҙан кандидаттар күрһәтеү тамамланды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ