Бер тәүлектә короновирус йоҡторусылар һаны буйынса Башҡортостанда беренсе урында Салауат ҡалаһы. Артабан-Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалалары.
Әлеге мәлдә республикала 2 мең 370-тән ашыу кеше короновирус менән сирләй, шуларҙың 581 стационарҙа дауалана. 58 пациенттың хәле ауыр тип баһалана. 8 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса әле дауаханаларҙа йәйелдерелгән ковид-койкаларҙың 7,5 проценты буш, уҙған көн был һан 13,7 процент ине.





