Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдерә. “Намыҫһыҙ подрядсы ғәйебе менән дәүләт контрактын өҙөргә һәм төҙөлөштө яңынан башларға мәжбүр булдыҡ. Бөтә эштәрҙе йыл аҙағына тамамлауҙы планлаштырабыҙ.
25 метрлыҡ 4 һыҙат төрлө кимәлдәге ярыштар уҙғарыу мөмкинлеге бирәсәк”-тип яҙа республика етәксеһе социаль селтәрҙә. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, быйыл бассейндар Хәйбулла районының Аҡьяр, Көйөргәҙенең Ермолаев ҡасабаһы һәм Федеровка районы үҙәгендә эшләй башлай.
Киләһе йылда ошондай обьекттар Ҡырмыҫҡалыла, Ауырғазы районының Талбазы ауылында һәм Межгорье ҡалаһында төҙөлә. Төбәк башлығы фекеренсә, бассейндар Башҡортостандың һәр муниципалитетында булырға, балалар һәм өлкәндәр спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге алырға тейеш.




