Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, фән олимпиадаларының төбәк этабында ҡатнашыусылар 3 мең 500-ҙән ашыу булған, еңеүселәр һәм призерҙар өс тапҡырға артҡан.
Һәләтле балалар менән әүҙем эшләү һөҙөмтәһендә ошондай күрһәткестәргә өлгәшеү мөмкин булған. Республикала “Аврора” таланттар үҫтереү үҙәге бар. Ул “Сириус” Бөтә Рәсәй мәғариф үҙәге өлгөһөндә булдырылды.
“Аврора” таланттар үҫтереү үҙәге етәксеһе Айҙар Сәйғәфәров белдереүенсә, республикалағы һәр бала төрлө йүнәлеш буйынса һәләтен үҫтерә ала.
Башҡортостанда “Кванториум” технопарктары ла эшләй, мәктәптәрҙә “Үҫеш нөктәһе” тигән мәғариф үҙәктәре булдырылды.




