Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров федераль әһәмиәтле дөйөм ҡулланыштағы автомобиль юлдарында 100 берәмек фото һәм видео күҙәтеү комплекстары урынлаштырыуҙы йөкмәтте. Улар 20 авгусҡа ҡуйылып бөтөргә тейеш.
Әле Өфө-Ырымбур һәм М-5 федераль тарссаларында ошондай 15 комплекс эшләй.




