“Фармстандарт-УфаВита” компанияһы вакциналау күләме буйынса иң һуңғы урында

“Фармстандарт-УфаВита” компанияһы заводы хеҙмәткәрҙәре вакциналау үтеү күрһәткесе буйынса баш ҡала предприятиелары араһында иң артта килә. Популяр булған “Спутник-Ви” препаратын етештереүсе компанияла хеҙмәткәрҙәрҙең 34 проценты ғына прививка алған.

Тәүге урында 70 процент менән “Башспирт”, 63 процент менән “Эш кейемдәре комбинаты” йәмғиәттәре килә. Өсөнсөлә “Селена” һәм “Интеллектуаль системалар” предприятиелары. Уларҙа персоналдың 56 проценты вакциналанған.

Фото №1 - “Фармстандарт-УфаВита” компанияһы вакциналау күләме буйынса иң һуңғы урында
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ