Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөләге нефть-химия заводтарының һауаға бысраҡ матдәләр сығарыуын тикшереү һөҙөмтәләрен контролгә алырға ҡушҡайны.
Тәбиғәтте күҙәтеү федераль хеҙмәтенең Көньяҡ-Урал төбәк-ара идаралығы “Башнефть-УНПЗ”, “Башнефть-Уфанефтехим”, “Башнефть-Нофойл”, “Уфаоргсинтез” заводтарында тикшереү алып бара. Ул 27 июлгә тиклем дауам итә.




