Стационар булмаған сауҙа объекттарын урынлаштырыу тәртибенә үҙгәрештәр индерелде

Өфө хакимиәте ҡала биләмәһендә стационар булмаған сауҙа объекттарын урынлаштырыу тәртибе тураһындағы положениеға үҙгәрештәрҙе раҫланы. Маҡсат – ер участкаларын рөхсәтһеҙ һәм үҙаллы ҡуйылған сауҙа объекттарынан бушатыу.

Быға тиклем бындай объекттарҙы һүтеү мәсьәләһе суд аша хәл ителә ине. Хәҙер судҡа мөрәжәғәт итмәйенсә, ҡанундағы тәртипкә ярашлы башҡарырға була. Ул ер участкаларын тиҙ арала бушатыуға булышлыҡ итә.

Фото №1 - Стационар булмаған сауҙа объекттарын урынлаштырыу тәртибенә үҙгәрештәр индерелде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ