Халыҡ мөрәжәғәте буйынса Өфөнөң Дим кордонында мобиль пункт ойошторолдо, уның эргәһендә 25 баҡсасылар ширҡәте урынлашҡан. Биләмәлә барлығы 8 меңдән ашыу кеше йәшәй.
Күсмә медицина үҙәгендә баҡсасыларҙан тыш, теләгән һәр кем прививка яһата ала. Үҙең менән паспорт, мотлаҡ медицина страховкалау полисы булыуы мотлаҡ.
Тәгәрмәстәге процедура кабинеты иртәгә Орджоникидзе районында ла барлыҡҡа киләсәк. Вакцинация буйынса мобиль пункттар баҡсасылар ширҡәттәре заявкалары буйынса йөрөй.
Гөлназ Хәйбуллина




