Илдең иң яҡшы табип-отоларингологы Башҡортостандан

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы хеҙмәткәре Владислав Елизарьев Бөтә Рәсәй кимәлендәге һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә ҡатнашып, беренсе урын алған. Конкурста тағы ла 28 номинация буйынса тар профилле белгестәр ҡатнашҡайны. Педиатр, хирург, кардиолог, онколог, психиатр – ҡатнашыусыларҙың барыһы ла төбәк этапта еңеүсе тип танылған.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Рәсәй һәм Башҡортостандың иң яҡшы табиптарына ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, диплом һәм махсус статуэтка тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһында Шишмә үҙәк район дауаханаһы белгестәре күп булды.

«Иң яҡшы табип» конкурсы өс этапта ойошорола. Башта медицина учреждениеһы сиктәрендә коллектив һәм пациенттар араһында ихтирам һәм абруй ҡаҙанған белгестәр билдәләнә. Уларҙың кәмендә ун йыллыҡ эш тәжрибәһе булырға тейеш. Артабан кандидаттар республика кимәлендә баһалана. Быйылғы конкурста еңеүселәр исемлегендә лаборатория диагностикаһы табибы Гүзәл Хәсәнова ла бар.

Фото №1 - Илдең иң яҡшы табип-отоларингологы Башҡортостандан

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ