Фольклориада менән донъяла йәшәүсе һәр бишенсе кеше киң мәғлүмәт саралары аша таныша алған

Мәҙәниәт мәккәһе. Өфөлә ойошторолған Фольклориада менән донъяла йәшәүсе һәр бишенсе кеше киң мәғлүмәт саралары аша таныша алған. Күләмле ваҡиғаны яҡтыртҡан гәзит-журнал редакциялары, телевидение, радиостанциялар һәм интернет-ресурстарҙың потенциаль аудиторияһы миллиард ярым кеше тип иҫәпләнгән.

Фольклориада тураһындағы материалдар утыҙ илдә донъя күреп, ике меңгә еткән, республика телеканалдары уларға видеорепортаждар әҙерләүҙә ярҙам итте. Был турала бөгөн Башҡортостан матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәкселеге журналистар менән осрашыуында билдәләне.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Фольклориаданы яҡтыртыуға тос өлөш индерҙе. Фольклориаданы асыу һәм ябыу тантанаһы, парад, фольклор коллективтарҙың концерт программалары тура эфирҙа күрһәтелде. «Яңылыҡтар» хеҙмәте лә һәр сығарылыш һайын мәҙәни ваҡиға барышы менән таныштырып барҙы.

Фото №1 - Фольклориада менән донъяла йәшәүсе һәр бишенсе кеше киң мәғлүмәт саралары аша таныша алған

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ