Пандемия башланған көндән алып ауырыу ҡорбандары һаны 671-гә етте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса әле дауаханаларҙа 559 пациент иҫәпләнә, уларҙың 58-е ауыр хәлдә.
Тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында 11 кеше. шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда 460 мең кеше вакцинаны ике өлөшөн дә алып өлгөргән. Республикала барлығы 184 вакциналау пункты эшләй.




