Ғаиләлә тәрбиәләнгән бер туған балаларҙы ағалары йәки апалары уҡыған мәктәпкә йә иһә балалар баҡсаһына йөрөгәндәр эргәһенә өҫтөнлөклө сиратта алыу тураһында федераль ҡанун көсөнә инде.
Башҡортостанда был норма инде бер йыл эшләй. Ул былтыр граждандарҙың күпләп мөрәжәғәте нигеҙендә ҡабул ителгәйне. Хәҙер был тәртип бөтә ил буйынса индерелә. Ата-әсәләр йәшәү урынын алмаштырыуға бәйле, яңы адрес буйынса теркәлгән балаларҙы ағай-апалары йөрөгән учреждениеларға биреү проблемаһы бар ине.
Бер ғаиләләге балалар төрлө белем биреү учреждениеларына йөрөргә мәжбүр булды. Хәҙер был мәсьәлә ыңғай хәл ителде.




