Хоккейсылар Өфөлә медицина тикшеренеүе үтте. Әле “Өфө-Арена” боҙонда күнекмәләр ойошторола. Салауат Юлаев командаһы капитаны Григорий Панин.
Быйыл Өфө хоккейсылары составына яңы уйынсылар ҙа өҫтәлде. Һөжүмсе Виктор Тихонов “Аҡ барыҫ”тан күсте. 33 йәшлек спортсы “Салауат Юлаев” менән Гагарин кубогын яуларға ниәтләй.
“Салауат Юлаев” командаһы хоккейсылары быйыл яңы миҙгелгә Өфөлә әҙерләнә. 30 июлдә Түбәнге Камала “Нефтехимик”, 28 августа Өфөлә Магнитогорскиҙан “Металлург” менән иптәштәрсә уйындар ҡаралған. Бынан тыш, хоккейсылар Өфөлә һәм Ҡазанда миҙгел алды турнирҙарында ҡатнаша.




