Ҡаланың 9 йортонда 28 подъезд тулыһынса төҙөкләндерелгән. Ремонт комплекслы программа буйынса алып барыла. “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса күп фатирлы йорт тирәләре лә тәртипкә килтерелә. Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы хәбәрсеһе Раушания Рәхимова яҙмаһы.
Быйыл республикала Өфө ҡалаһы, Баймаҡ һәм Бәләбәй райондарында подъездарҙы ремонтлау программаһы тормошҡа ашырыла. 112 күп фатирлы йортта 306 подъезд төҙөкләндерелә.




