Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы дауам итә

 Уның барышында күп балалы, аҙ-тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, йәки инвалид, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйыла.  Әйберҙәр социаль приюттарҙа, балалар йорттарында, шулай уҡ Ғаиләгә һәм балаға социаль ярҙам күрһәтеү район-ара үҙәктәрендә ҡабул ителә.

Канцелярия тауарҙары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн әйберҙәр яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, китаптар – тотонолған  булһа ла ярай. Акция 31 августҡа тиклем дауам итә.

Фото №1 - Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы дауам итә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ