Өфөләге һауа составын тикшереү һөҙөмтәләре иғлан ителде

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы һауа составын тикшереү һөҙөмтәләрен иғлан итте. Тикшереү халыҡтың күпләп мөрәжәғәтенән сығып үткәрелгәйне.

Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре Өфөнөң төрлө урындарында һауа өлгөһөн алып, 22 матдәгә анализ яһаны. Фенол күрһәткесе Инициатива урамында, көкөрт диоксиды буйынса Юрий Гагарин һәм Инициатива урамдарында норманан артыҡ теркәлде тип билдәләгән Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау федераль хеҙмәте идаралығы белгестәре.

Фото №1 - Өфөләге һауа составын тикшереү һөҙөмтәләре иғлан ителде
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ