Ул наркотик таратыуҙа ғәйепләнә. Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының наркотиктар әйләнешен күҙәтеү идаралығы хеҙмәткәрҙәре паркта көсөк менән йөрөгән ҡатынға иғтибар итә.
Тәү ҡарашҡа 51 йәшлек ханым бөтөнләй закон боҙоусыға оҡшамаған. Әммә урамдан үткәндә ул алдан билдәләнгән урындарға тилерткес матдәләр йәшерә. Наркодилерҙың уңышлы карьераһы оҙаҡҡа бармай. Полиция хеҙмәткәрҙәре уны ҡулға ала.




