Башҡортостанда мәктәп уҡытыусылары, колледж һәм юғары уҡыу йорттары педагогтары вакцинацияға ҡушылды. Әле Республика уҡытыусыларының 46 проценты коронавирустан прививка яһатҡан.
Уҡыу йылы башланыр алдынан Белорет педагогия колледжы прививка кампанияһына ҡушыла. 2021 йылдың май-июнендә унда коронавирус инфекцияһы таралып, бер нисә хеҙмәткәр һәм студент сир йоҡторғайны. Ошондай хәл ҡабатланмаһын өсөн уҡытыусылар ваҡытында прививка эшләтергә һәм вирустың таралыуына юл ҡуймаҫҡа ҡарар итте.
14 июлгә колледж хеҙмәткәрҙәренең 38 проценты прививкаланған. Июль аҙағына был күрһәткесте 100 процентҡа еткерергә ниәтләйҙәр.
Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы республика уҡытыусыларына 1 сентябргә тиклем коронавирустан прививка яһатырға тәҡдим иткәйне. Медицина күрһәтмәһенән тыш вакцинациянан баш тартҡан осраҡта уҡытыусыларға белем бирергә рөхсәт итмәүҙәре мөмкин.
Министрлыҡтың 2021 йылдың 15 июлендәге бойороғона ярашлы, вакцинация үткән уҡытыусыларҙы дәртләндереү өсөн өҫтәмә ял көндәре бирелә, хеҙмәт хаҡы ла һаҡлана.




