Хенд Хантер үҙәге уҙғарған фекер белешеүҙә ҡатнашҡандарҙың 5 проценты аҡса туплауҙың мәғәнәһе юҡ тип белдергән. 62 процент эш хаҡының түбән булыуы, 34 проценты көтөлмәгән сығымдар килеп сығыу сәбәпле аҡса туплап булмай, 21 проценты шунда уҡ туҙҙырабыҙ, тигән.
Аҡса йыйып барыусыларҙың 71 проценты ресторан-кафеларға, күңел асыу сараларына барыуҙан, гаджеттарҙы яңыртыуҙан, яңы кейемдәр һатып алыуҙан, сәйәхәттән баш тартып тороуҙары тураһында хәбәр иткән.






