Өфөлә Бөтә донья фольклориадаһы һөҙөмтәләре буйынса дәүләт наградалары тапшырылды

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов бөгөн Бөтә донья фольклориадаһы һөҙөмтәләре буйынса дәүләт наградаларын тапшырҙы.

“Халыҡ-ара фестиваль юғары кимәлдә ойошторолдо. Унда санитар-эпидемиологик талаптар тулыһынса үтәлде. Республика етәкселеге исеменән сараны ойоштороуға үҙ өлөшөн индергән һәр кешегә рәхмәт белдерәм”, – тине Азат Бадранов.

Фольклориаданы асыу һәм ябыу тантанаһының баш режиссеры Айҙар Зөбәйҙуллинға Салауат Юлаев ордены тапшырылды. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының баш белгесе Земфира Ярмуллина “Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды. “Маҡтаулы исем эшебеҙгә юғары баһа”, – ти Земфира.

Өфөлә Бөтә донья фольклориадаһы һөҙөмтәләре буйынса дәүләт наградалары тапшырылды
Фото №1 - Өфөлә Бөтә донья фольклориадаһы һөҙөмтәләре буйынса дәүләт наградалары тапшырылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ