Эҫе ҡояш нурҙарында сәсеүлектәр тулыһынса тиерлек көйгән. Хужалыҡ етәкселәрендә уңыш алыуға бөтөнләй өмөт юҡ.Ҡоролоҡ эҙемтәләренә БЮТ каналының ижади төркөмы Урғаҙа ауылы баҫыуҙарында шаһит булды.
Харис Моратов быйыл 15-се сәсеү миҙгелен үткәрҙе. 80 гектар ергә сәселгән иген баҫыуы тотошлай тиерлек янған. Ҡалған 320 гектарҙа сәселгән һоло, арпа баҫыуында ла ошо уҡ хәл күҙәтелә.
Фермер Илдус Ҡадыров быйыл 100 гектар еренә етен сәсеп ҡарай. Бар технологияларға таянып баҫыуҙы эшкәртеүгә ҡарамаҫтан быйылғы ҡоролоҡ был талымһыҙ культураға ла ныҡлап үҫергә мөмкинселек бирмәй.
Билдәле, был хәл ауыл хужалығы предприятиеларының һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын ғына түгел, ә шәхси секторҙы ла ныҡ хафаға һала. Үлән яҡшылап үҫмәгән. Ҡышҡа етерлек мал аҙығын нисек тупларға, тигән һорау һәр кемде борсой.
Раушания Рәхимова




