Йыл башынан федераль трассаларҙа 43 кешенең ғүмере өҙөлгән

Республикала үлемесле авариялар статистикаһын кәметеү маҡсатында йәй дауамында өҫтәмә йөҙ фото-видео теркәү камераһы ҡуйыласаҡ. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров юлдағы хәүефһеҙлекте көсәйтергә ҡушты. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ҡырмыҫҡалы районындағы юл киҫелешендә водителдәр хәҙер тиҙлекте кәметергә мәжбүр. Өфө-Ырымбур трассаһынан Боҙаяҙға табан боролошта ике фото-видео теркәү камераһы ҡуйылды. Юлда автомобиль хәрәкәте тулыһынса күҙәтеү аҫтында булһын өсөн - ҡоролманы һәр миллиметрға тиклем үлсәп урынлаштыралар.

Камераны ҡуйыу өҫтәмә ваҡыт талап итә. Кабель, сымдар һуҙып, электр энергияһына, интернетҡа тоташтырғандан һуң, ҡоролманы эш тәртибенә көйләйбеҙ, нисек фото-видео теркәү алып барылыуын тикшереп ҡарайбыҙ.

Динар Яҡупов, электр монтажлаусы

Камера теркәгән тәртип боҙоуҙар мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгенә ебәрелә. Шуға штрафтар ҙа үҙҙәрен оҙаҡ көттөрмәй. Фото-видео теркәү системаһы йәшендән һаҡлаусы саралар менән тәьмин ителгән, тотороҡһоҙ һауа торошо ла техниканы эшлектән сығара алмаясаҡ. Дөйөм алғанда, федераль трассаларҙа көҙгә тиклем йөҙ комплекс ҡуйыу планлаштырылған. Улар юл-транспорт ваҡиғалары күпләп теркәлгән участкаларҙа урынлаштырыла.

Йыл башынан дөйөм ҡулланыштағы федераль трассаларҙа авариялар һаны артыуы күҙәтелә. Ошоға бәйле республика етәкселеге ҡушыуы буйынса был участкаларҙа өҫтәмә камералар ҡуйыла. Улар муниципаль, төбәк кимәлдәге юлдарҙан күсерелә. Әлегә 16 комплекс сафҡа индерелде, ҡалғандары буйынса төҙөлөш-монтажлау эштәре 20 авгусҡа тиклем тамаланасаҡ.

Антон Марешов, Башҡортостан транспорт дирекцияһының бүлек етәксеһе

М-5 трассаһында өҫтәмә 32 камера барлыҡҡа килһә, М-7 магистралендә тағы ла егерме комплекс ҡуйыла. Шул уҡ ваҡытта Өфөнө көнсығыштан урау юлында ла фото-видеокүҙәтеү көсәйтелә. Бындай ҡәтғи саралар дыуамал водителдәрҙе туҡтатырға ярҙам итер тип көтөлә. Яңы ҡуйылған ҡоролмалар иһә юғары тиҙлектә йөрөүселәрҙе теркәй башланы. Тиҙҙән уҙышырға яратыусыларға бәхет хаттары киләсәк.

Фото №1 - Йыл башынан федераль трассаларҙа 43 кешенең ғүмере өҙөлгән
Башбат

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ