Өфөлә «Көсөклө ханым» ҡулға алынды

Ул наркотик таратыуҙа ғәйепләнә. Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының наркотиктар әйләнешен күҙәтеү идаралығы хеҙмәткәрҙәре паркта көсөк менән йөрөгән ҡатынға иғтибар итә.

Тәү ҡарашҡа 51 йәшлек гүзәл зат вәкиле бөтөнләй закон боҙоусыға оҡшамаған. Әммә урамдан үткәндә ул билдәләнгән урындарға тилерткес матдәләр йәшергән. Наркодилерҙың карьераһы оҙаҡҡа бармай. Полиция хеҙмәткәрҙәре уны ҡулға алған.

Фото №1 - Өфөлә «Көсөклө ханым» ҡулға алынды

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ