Тәүге ярты йылда республикала балалар ҡатнашлығында ике йөҙҙән ашыу авария теркәлгән

Күбеһе пассажир булараҡ ауыр тән йәрәхәттәре алған, шулай уҡ бәләгә тарыусылар араһында йәйәүлеләр, велосипедсылар ҙа бар. Күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында Өфөнөң Ҡашҡаҙан паркында профилактик акция ойошторолдо.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре балаларға интеллектуаль уйындар ойоштороп, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре хаҡында аңлатты. Кескәйҙәрҙең ата-әсәләренә лә аварияларҙы иҫкәртеү буйынса әңгәмә ойошторолдо. Сөнки ҡыҙ-улдарының хәүефһеҙлеге өсөн, тәү сиратта, улар яуаплы.

Фото №1 - Тәүге ярты йылда республикала балалар ҡатнашлығында ике йөҙҙән ашыу авария теркәлгән

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ