Иглин районының Еңеү паркы биләмәһендә бар уңайлыҡтары булған балалар майҙансығы асылды

Балалар хәүефһеҙлеге өсөн 600 квадрат метр ерҙе биләгән майҙан резина япма менән ябылған. Унда тиҫтәнән ашыу уйын объекты ҡуйылған. Майҙансыҡ «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы сиктәрендә барлыҡҡа килгән, төҙөлөшкә 3 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән.

Майҙансыҡты асыу тантанаһы район үҙәге балалары өсөн оло байрамға әүерелде. Паркка ата-әсәләре менән килгән малай-ҡыҙҙар майҙансыҡтың уңайлыҡтарын шунда уҡ һынап та ҡараны.

Фото №1 - Иглин районының Еңеү паркы биләмәһендә бар уңайлыҡтары булған балалар майҙансығы асылды

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ