Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Бөтә донъя фольклориадаһын ойоштороусыларға бүләк тапшырҙы

 “Һеҙгә республика етәкселеге исеменән рәхмәт белдерәм. Халыҡ-ара фестиваль ҙур байрамға әүерелде. Күләмле эш башҡарылды, бөтәһе лә бер команда булып берләште, сара уңышлы үтһен өсөн һәр кем өлөш индерҙе”, – тип билдәләне ведомство етәксеһе Әминә Шафиҡова.

Халыҡ-ара фестивалде ойоштороуға 3 мең ярым кеше йәлеп ителде. Улар – ирекмәндәр, журналистар, кураторҙар, тәржемәселәр, водителдәр һәм туҡланыу өлкәһе хеҙмәткәрҙәре. Ҡаҙағстан делегацияһы кураторы Регина Камалова бөгөн Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Бөтә донъя фольклориадаһын ойоштороусыларға бүләк тапшырҙы

Донъя фольклориадаһында 37 илдән  1 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Фото №1 - Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Бөтә донъя фольклориадаһын ойоштороусыларға бүләк тапшырҙы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ