Уға ярашлы, республикабыҙҙың Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты инфраструктураны үҫтереүгә федераль ҡаҙнанан 185 миллион һум алды. Ул университеттың материаль-техник базаһын модернизациялау һәм үҫтереүгә йүнәлтелә.
Киң күләмле проекттың төп маҡсаты – Башҡортостанда педагогия йәһәтенән белем биреү сифатын күтәреү.




