Башҡортостан башлығы ауыл хужалығына климат үҙгәрешенең йоғонтоһон кәметеү яҡлы

Был турала ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙма урынлаштырҙы. “Йәй уртаһында ураҡ башланды. Эҫе һәм ҡоро һауа торошо сәбәпле иген культуралары ике аҙнаға иртәрәк өлгөргән”, – тип яҙа Радий Хәбиров.

“Ҙур уңыш көтөлмәй, күпселек райондар ҡоролоҡтан зыян күргән. 26 муниципаль берәмектә ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелгән. Әммә тәүге 30 мең тонна иген бураларҙа. Уртаса гектар ҡеүәте 15 ярым центнер самаһы. Ямғырҙар үткән райондарҙа уңыш ярайһы уҡ яҡшы ғына. Шуға ла климаттың ауыл хужалығына йоғонтоһон кәметеү мөһим.

Был йәһәттән киләһе йыл Урал аръяғында һуғарыу системаһын булдырыу буйынса күләмле инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла. Бынан тыш, орлоҡ фондын камиллаштырыу буйынса эштәр башҡарыла. Техника паркын яңыртыу, ашлама индереүҙең нормативтарын теүәл үтәү һәм һөҙөмтәле дәүләт ярҙамы күрһәтеү үҫемлекселек тармағы үҫешенә ныҡлы этәргес бирер”, – тигән ышаныс белдергән Башҡортостан башлығы.

Фото №1 - Башҡортостан башлығы ауыл хужалығына климат үҙгәрешенең йоғонтоһон кәметеү яҡлы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ