Быйыл республика буйынса һыуҙа 90 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ғәҙәттәгесә, граждандар һыу инергә рөхсәт ителмәгән урындарҙа һәләк була. Һыу ҡорбандарының һанын кәметеү маҡсатында төбәктә даими рейдтар ойошторола. Ҡырағай пляждарҙа ял итергә теләүселәр административ язаға тарттырыла. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Ҡырағай пляждарҙа ял итергә яратыусылар ҡотҡарыусылар иҫкәртеүҙәрен иңҡар итергә күнеккән. Әммә тәжрибәгә ярашлы, батып үлеү осраҡтары тап һыу инергә рөхсәт ителмәгән урындарҙа теркәлә. Өфөлә ойошторолған рейдтта ял итеүселәр менән профилактик әңгәмәләр алып барылды, ҡағиҙә боҙоусылар административ язаға тарттырылды. Һыу инеү өсөн махсус йыһазландырылған, хәүефһеҙ урындар эргәлә генә булһа ла ташландыҡ пляждар һәр ваҡыттағыса гөрләп тора.
Йәйҙең иртә килеүе, көндәрҙең саманан артыҡ эҫе булыуы халыҡты һыу буйында ял итергә әйҙәй. Йөҙөргә рөхсәт ителмәгән урындарҙа фажиғәләрҙең йыш теркәлеүе сер түгел. Иҫерек килеш һыуға төшөүселәр үлем менән осраша, шулай уҡ өлкәндәрҙең иғтибарһыҙлығы арҡаһында ла бала-саға бәләгә тарый.
Рәсмиләштерелгән пляждар ғәҙәттәгесә 1 июндән асылды. Махсус урындар тәртипкә килтерелгәс, уларҙа ҡотҡарыусылар хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә дежурға ҡуйыла.
Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн 10 ял итеү урыны әҙерләнгән. Унда ҡотҡарыусылар эшләй, уңайлы һәм хәүефһеҙ ял өсөн шарттар булдырылған. Кешеләрҙең ғүмерен һаҡлау өсөн ҡырағай пляждарҙа иҫкәртеү рейдтары даими ойоштороласаҡ тип көтөлә. Ҡағиҙәләрҙе һәм иҫкәртеүҙәрҙе иңҡар итеүселәргә 5 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.
Флорида Ким




