Башҡортостанда урман янғындарына хәл ҡатмарлы ҡала

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Бөрйән районында 13 гектар майҙанда урман яна. Хеҙмәткәрҙәр уттың таралыуын туҡтатҡан, әммә әлегә тулыһынса һүндерелмәгән. Шулай уҡ Күгәрсен һәм Ейәнсура районында ла урман янғындары теркәлгән.

15 апрелдән Башҡортостандың урман фондында барлығы 218 ут сығыу осрағы асыҡланған. Күп осраҡта улар кеше факторы менән бәйле, тигән ҡарашта белгестәр. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова Баймаҡ районы урамандарында янғын сәбәптәрен асыҡланы.

3 майҙа Юлыҡ урман хужалығында Ишбирҙе ауылынан 5 саҡрым алыҫлыҡтағы делянкала ҡапыл янғын сыға. Ҡуртымдағы участканы шәхси эшҡыуар Динар Иҙелбаевтан Йәмил Иҫәндәүләтов ағас ҡырыҡыу өсөн һатып алған. Алып-һатыу тураһында рәсми документ та бар. Тик урман ҡырҡыу хәйерһеҙ тамамлана. Төшкө аштан һуң Фәнзил Иҫәндәүләтов 200 метр алыҫлыҡта төтөн сыҡҡанын күреп ҡала. Ағалы-ҡустылылар янғын сыҡҡан ергә йүгерә, тик үҙ көстәре менән һүндерә алмай. Ярҙам һорап Ишбирҙе ауылына баралар. Уттың таралыуы күмәк көс менән туҡтатылған.

Тикшереү барышында ағалы ҡустылы Иҫәндәүләтовтарҙың тәмәке тартмауы, усаҡ тоҡандырмауы һәм яҡында башҡа кешеләрҙең булмауы асыҡлана.Ҡоро һәм яуым-төшөм булмаған көндә янғын ел менән тиҙ арала таралып өлгөргән.

Тап ошо урында ағалы-ҡустылы Иҫәндәүләтовтар диләнкә әҙерләгән. Бер гектар майҙанда янғындың төп сәбәбе Белорус тракторынан төшкән осҡон тип билдәләй белгестәр.

Трактор хужаһынан, үҙе өйҙә булмау сәбәпле төҙөк булмаған техника ни өсөн ағас әҙерләүҙә ҡулланылған тигән һорауға яуап алып булманы.

Сейәле тау итәгендәге сыҡҡан янғындан һуң тормошбаштар ятып ҡалған. Улар яҡын арала арендаторҙадатор тарафынан йыйыштырыласаҡ.

Йылым ауылында янғын 20 -cе апрелдә сыҡҡан.Тау битләүен ялмаған ут күҙ асып йомған арала бер гектар майҙанд тарала. Янғын хаҡында ике үҫмер өлкәндәргә тиҙ арала хәбәр иткән. Ваҡиға шаһиттары билдәләүенсә, ут ҡоро үләнгә тоҡанып яна башлаған. Малайҙарҙың береһе шырпы һыҙып үләнгә төрткән .Ата-әсәләре белдереүенсә, тауға ҡайын һыуы эсергә менеү хәйерһеҙ тамамланған.

Балаларҙың ут менән шыярыуы һөҙөмтәһендә сыҡҡан янғын арендатор, Баймаҡ урмансылығы идаралығы һәм ауыл халҡы көсө менән туҡтатылған.

Бәлиғ булмаған Йылым үҫмерҙәренә ҡаратаенәйәт эше ҡуҙғатылмаған.Әммә ата-әсәләренә иҫкәртеү яһалған.Урман өсөн яуалы хеҙмәттәр ҙә мәктәп йәшендәге балаларға профилактик әңгәмәләрҙең даими үткәрелеүен раҫлай.

Ике осраҡта ла янғын кеше факторына бәйле. Урман һағында тороусылар ут сығыу эҙемтәләрен киләһе яҙҙа ғына яңы үҫентеләр ултыртып, урман запасын тулыландыра аласаҡ.

Урман быуаттар буйына халыҡты туйындырыусы йәшел ҡалҡан булып тора. Осҡондан ҙур бәләгә юл ҡуйылмаһын өсөн ата-әсәләр балаларына күҙ-ҡолаҡ булып, ауыл советы биләмәләре башлыҡтары, депутаттар һәм ауыл старосталары янғындар тоҡанмаһын, йорт-ҡаралтыларға яҡынламаһын өсөн өсөн урман хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейеш.

Гүзәл Борханова

Фото №1 - Башҡортостанда урман янғындарына хәл ҡатмарлы ҡала

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ