Быуат төпкөлөнә тоташҡан ауыл...

Белорет районы Ҡолмас ауылына 100 йыл тулыуға бәйләп байрам сараһы ойошторолдо. Уның сиктәрендә фронт һәм тыл ҡаһармандарына арналған һәйкәл асылды. Ауыл, айырым ғаилә тарихын һыйҙырған китаптың исем туйы ла үтте. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Атай йорто нигеҙе һаҡланмаһа ла, Сәрүәр Әхмәтова тыуған ауылына юл төшкән һайын килеп урай. Яҡты хәтирәләр һаҡлаған ихатаны бөгөн үлән баҫҡан. Аҙбар тулы мал, баҡса тулы умарта тотҡан ишле ғаиләлә тыуып-үҫкән. Белем артынан 24 саҡрым алыҫлыҡтағы Зөйәк ауылына йәйәүләп йөрөр булған. Ҡолмас тик яҡты хәтирәләр генә һаҡлай ти замандашыбыҙ.

Ҡасандыр гөрләп торған Ҡолмас ауылы бөгөн бөлгөнлөк хәлендә. Тиҫтәләрсә йорт араһынан тик өсәүһендә генә кеше йәшәй. Үҙ йүнен күреп көн итергә тырыша улар. Өҫтәүенә, бер быуатлыҡ ауыл былтыр ғына электр селтәренә тоташтырылды. 100 йыллыҡ тарихы булған ауылдың үткәнен фотоһүрәттәрҙә сағылыш тапҡан.

«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы Ҡолмасҡа нигеҙ һалыныуға 100 йыл тулыуға бәйле ойошторолдо. Ауыл тарихы айырым китап итеп тә баҫтырылды. Йыйынтыҡ үҙ эсенә Ҡолмастың ғына түгел, айырым ғаилә, тотош төбәк тарихын да һыйҙырған.

Ҡолмас тарихы ташҡа ла баҫтырылды. Ауыл уртаһында фронт һәм тыл ҡаһармандары хөрмәтенә мөһабәт һәйкәл ҡалҡып сыҡты. Ул берҙәм ауылдаштар, яҡташтар көсө ярҙамында булдырылған.

Сара артабан сәхнә түрендә дауам итте. Оҙаҡ йылдар бер-береһен күрмәгән ауылдаштар, класташтарҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Күңел һандығында һаҡланған яҡты хәтирәләр халыҡ йырҙары, ҡурай һәм мандолина моңдарына ҡушылып тотош ауылды яңғыратты.

Фото №1 - Быуат төпкөлөнә тоташҡан ауыл...

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ