Күмертау ҡалаһында ихаталар төҙөкләндерелә

Күмертау ҡалаһының Округ урамындағы 10 күп фатирлы йорт тирә-яғы «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелә.

Проекттың маҡсаты – ҡала халҡына уңайлы мөхит тыуҙырыу. Уға ярашлы биләмәлә резина ҡатламлы балалар зонаһы һәм спорт майҙансығы төҙөү, йәшелләндереү эштәре башҡарыу , парковка урындары булдырыу һәм яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыу ҡарала. Әле ихатала юлға асфальт һалыуға әҙерлек бара. Подрядсы ойошма вәкилдәре әйтеүенсә, эштәр билдәләнгән графиктан тайпылмай алып барыла.

Төҙөлөш-монтажлау эштәрен тулы күләмдә һәм эҙмә-эҙлекле алып барабыҙ. Урында йәшәүселәр ваҡытлыса ҡыйынлыҡтарҙы аңлап ҡабул итә. Заманса ихатаға эйә булыу өсөн уларға бер аҙ түҙергә тура килә.

Вячеслав Воронцов, подрядсы ойошма етәксеһе

Быға тиклем фатир хужалары заман талаптарына яуап биргән ихата тураһында хыял ғына иткән. Дәүләт программаһына инеү ниәттәрҙе ысынбарлыҡа әйләндерә. Ихатала төҙөлөш эштәрен 1 сентябргә тамамлау ҡарала.

Быға тиклем булған балалар майҙансығы ныҡ иҫкергәйне. Шуға ла заманса ихата төҙөлөүгә бик шатбыҙ. Төҙөкләндереү эштәре сифатлы башҡарылыр һәм оҙаҡҡа етер тип ышанабыҙ.

Альбина Әбсәләмова, Округ урамындағы 6-сы йортта йәшәүсе
Фото №1 - Күмертау ҡалаһында ихаталар төҙөкләндерелә

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ